"Урал батыр" эпосын башҡорт телендә яттан һөйләүселәр район конкурсы быйыл да үҙ маҡсатына иреште. Күркәм сарала 19 уҡыусы ҡатнашты. Улар әҙәби мираҫты тасуири һөйләп кенә ҡалманы, шартына килтереп милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. Бигерәк тә бәйгенең Гран-прийына лайыҡ булыусы Асҡын 2-се мәктәбенең 5-се Б класы уҡыусыһы Илнара Ғәйбәтованың кейеме үҙенсәлекле булды. Илнараның тасуири һөйләүе, төрлө тауыштар сығарып еңел генә образдарға инә белеүе, ҡумыҙҙа, ҡош һайратҡыста оҫта уйнауы, ҡобайырҙы йырлап та күрһәтеүе һәр кемде әсир итте.
- Илнара бик тырыш ҡыҙ. Уҡыуҙа ла, мәҙәни сараларҙа ла, төрлө конкурстарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй.”Урал батыр” конкурсына ла ҙур теләк менән әҙерләнде. Эпостан өҙөктө ятлауҙан тыш, һайыҫҡан, ҡоҙғон, кәкүк образдарын да ҙур оҫталыҡ менән тыуҙырҙы. Һәләтле ҡыҙ халыҡ ижады өлгөләрен дә уңышлы ҡулланды: ҡобайыр йырланы, кәкүктең һүҙҙәрен һанашмаҡ менән һамаҡлап та күрһәтте.
Илнараның әсәһе Эльмера Зөлфәҡәр ҡыҙы ла бик ҙур ярҙам итте. Уның менән икәүләп бәйге өсөн киндер тоҡтарҙан махсус күлдәк, ҡата, башҡа ҡалпаҡ тектек. Уларҙы башҡорт орнаменттары менән биҙәнек, күлдәккә тәңкәләр ҙә тектек. Шулай берҙәм тырышлыҡ менән уңышҡа өлгәштек, - тип һөйләне Илнараны конкурсҡа әҙерләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина.Илнара Ғәйбәтова беренсе урын яулаусы Ҡашҡа мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Дилә Хәжиәкбәрова менән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең Өфөлә үтәсәк республика турында ҡатнашасаҡ. Телһөйәр ҡыҙҙарыбыҙға уңыштар теләйек!
Наилә Имаева.