Уның маҡсаты- йәмәғәтселектә башҡорт телен өйрәнеүгә, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм унан ситтә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, башҡорт телен уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен үҫтереү. Башҡорт теле йылы сиктәрендә район һәм ҡалаларҙа күп һанлы саралар үткәреү тәҡдим ителә.
Һәр ай айырым йүнәлешкә арнала. Уның сиктәрендә тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр ҡаралған.
Ғинуар “Башҡорт теле- дәүләт теле” темаһына арналған. Был айҙа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә, социаль селтәрҙәрҙә ҡала - район башҡорттары ҡоролтайҙары сәхифәләре ойошторола, алтаҡталарҙа грамматик хаталар табыу һәм уларҙы төҙәтеү, башҡорт телендә баннерҙар, социаль реклама әҙерләү кеүек эштәр башлана. Февраль – башҡорт теле – заманса тел, март – башҡорт теле – ғаилә теле, апрель – башҡорт теле – әсә теле, май – башҡорт теле – еңеүселәр теле, июнь – башҡорт теле – халыҡ теле, июль – башҡорт теле – дуҫлыҡ теле, август – башҡорт теле – юлдаш теле, сентябрь – башҡорт теле – ижад теле, октябрь – башҡорт теле – тарих теле, ноябрь – башҡорт теле – моңло тел, декабрь – башҡорт теле – рух теле.
Муниципаль район һәм ҡала округтары Башҡорт теле йылы буйынса үҙ аллы йомғаҡ яһай, район конкурстарында, сараларында әүҙем ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләй. Баһалағанда айырым талаптар иҫәпкә алына, жюри социаль селтәрҙәрҙәге әүҙемлекте лә, халыҡтың күпләп ҡатнашыуын да, саралар һанын да, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү төркөмдәре асылыуын да, мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡыған балалар һаны артыуын да күҙ уңында тотасаҡ.
Райондарҙың үҙ башланғыстары айырым баһаланасаҡ. Башҡорт теле йылы яңы үҙенсәлекле проекттарға бай булыр , моғайын.
Туған телебеҙҙе бергәләп үҫтерәйек!