Һәр йылдың ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде. Ул ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы булып хәтерҙә ҡала.
– Олимпиада өс көн дауамында барып, унда йәмғеһе 418 уҡыусы ҡатнашты. Башҡортостандың район-ҡалаларынантыш күрше өлкәләрҙән дә уҡыусылар килгәйне. Телһөйәрҙәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбатланы. Асҡын районынан был мәртәбәле бәйгелә Ҡышлауйылға мәктәбенең 11-се калсс уҡыусыһы Эдэра Молдасәйетова ҡатнашты. Конкурста ҡаралған иң юғары балл 29 ине. Эдэра 25,75 балл йыйып, иң яҡшы биш уҡыусы исемлегенә инде, – тип хәбәр итте Эдэра Молдасәйетованы олимпиадаға әҙерләп алып барыусы Ҡышлауйылға мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина.
Эльмира Фәүзәт ҡыҙы ла, Эдэра Молдасәйетова ла Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә. Райондаштарыбыҙҙы төбәк-ара бәйгеләге ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!