Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Ғинуар 2020, 14:15

Телһөйәр ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Ҡышлауйылға мәктәбе уҡыусыһы Эдера Молдасәйетова Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнаша.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында VIII-XI класс уҡыусылары араһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды. Телһөйәрҙәр бәйгеһендә районыбыҙҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина етәкселегендә Ҡышлауйылға урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Эдера Молдасәйетова ҡатнаша
— Эдера кисә 395 бала менән бер рәттән тест һорауҙарына яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә 8,78 балл йыйҙы, аудированиела — 10 ( иң юғары балл!). Бөгөн “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ” тигән темаға диалог . Сара иртәгә тамамлана, — тип хәбәр итте Эльмира Фәүзәт ҡыҙы.
Телһөйәр ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас: