Эльмира Салауат ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районынан. Был яҡтарҙың ҡабатланмаҫ матурлығы уға күңел байлығы ла, рух ныҡлығы ла биргән.
– Беҙ уҡыусыларыбыҙға тел нескәлектәрен генә төшөндөрөп ҡалмайбыҙ, уларҙы халҡыбыҙҙың лайыҡлы ул-ҡыҙҙары, йәнтөйәген, туған телен яратҡан шәхестәр итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Башҡорт теле шул тиклем бай, яғымлы, моңло. Шағирыбыҙ дөрөҫ әйткән: бер телдән дә телебеҙ кәм түгел! Ошо хәҡиҡәтте балалар күңеленә лә һеңдереп, эшебеҙҙә заман технологияларын ҡулланып, йәғни тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә, эшләргә тырышабыҙ, – ти тәжрибәле уҡытыусы.
Эльмира Салауат ҡыҙының 17 йыллыҡ дөйөм хеҙмәт стажының ете йылы ошо башҡорт гимназияһына арналған. Гел яңылыҡҡа ынтылған уҡытыусы төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, тәжрибә туплай. Ул – баш ҡалала үткән “Уҡытыусы-остаз” конкурсы финалсыһы, “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының номинация еңеүсеһе. Эльмира Хәсәнованың тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының мәғарифы отличнигы” билдәһе менән баһаланған.
20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары башҡорт теле буйынса ҡала һәм республика олимпиадаларында, КВН-дарҙа, “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса мәртәбәле бәйгеләрҙә гел алдынғы урындар яулай. Ғөмүмән, гимназияның берҙәм коллективының төплө белем биреү менән бер рәттән ҡала мөхитендә үҫкән балаларҙа милли рух, халҡыбыҙ йолаларына тоғролоҡ тәрбиәләүе һәр йәһәттән маҡтауға лайыҡ.
– Республика етәкселегенең Башҡортостаныбыҙҙың дәүләт теле, меңәр йыллыҡ бай тарихлы халҡыбыҙҙың туған теле булған башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә иғтибарҙы арттырыуы, был йәһәттән күрелгән сараларҙың күбәйеүе, башҡорт теле буйынса төрлө мобиль ҡушымталарҙың, электрон әсбаптарҙың барлыҡҡа килеүе дәртләнеп эшләргә көс, илһам бирә, – ти Эльмира Салауат ҡыҙы.