Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
16 Декабрь 2019, 12:20

Туған тел һағында тороусы

Диләрә Суфиярова һөнәрен яратып башҡара

Туған тел һәр кемдең тормошонда айырым урын алып тора, ул иҫ киткес аҡыллы тәрбиәсе, рухи таяныс. Күп ғалимдар һәм мәғрифәтселәр, баланың аҡыл көсө, фекерләү һәләте туған телендә генә уяна һәм үҫешә, тип раҫлай. Ошо шарттарҙа Яңы Бәрҙәш мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Диләрә Суфиярова үҙенең тел һағында тороусы икәнен яҡшы аңлай.
Диләрә Суфиярова йәмле Йүрүҙән буйында урынлашҡан Яңы Бәрҙәш ауылында тыуып үҫә. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, тәүҙә Мәсәғүт педагогия училищеһында, артабан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы филология факультетында белем ала.
Диләрә Әхмәтхан ҡыҙы 2007 йылдан алып туған мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Коллективта әүҙемлеге, тырышлығы менән айырылып тора.
Туған тел уҡытыусыһы һәр саҡ ижади эҙләнеүҙә, башҡорт телен уҡытыуҙың һөҙөмтәле алымдарын табып, туған телде ерле халыҡтың мәҙәниәте, тарихы менән тығыҙ бәйләнештә өйрәтергә тырыша. Уҡыусылар менән берлектә төрлө эҙләнеү эштәре лә алып бара, уларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә күп көс һала. Тырыш педагогтың хеҙмәте бушҡа китмәй, балалары район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа призлы урын яулай. Тәжрибәле уҡытыусы 2018 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеү яуланы. Диләрә Әхмәтхан ҡыҙының тормош девизы: “Һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға!”
— Барлыҡ уҡытыусыны уртаҡ маҡсаттар – баланы шәхес булараҡ формалаштырыу, мәҙәниәтле һәм белемле кеше итеү ниәте берләштерә. Ә тел уҡытыусылары тағы бер мөһим миссияны үтәй – балала милли үҙаң тәрбиәләү. Уҡыусының күңеленә юл табып ҡына телгә ҡарата һөйөү уятырға мөмкин, шуға ла йәш быуынды аңларға, нисек бар шулай ҡабул итергә, хаталарына ҡарата түҙемле, үҙемә талапсан булырға тырышам, уларҙы шәхес итеп күреп, үҙ көстәренә ышанырға өйрәтәм, — тип һөнәре нескәлектәренә туҡталды Диләрә Әхмәтхан ҡыҙы. — Туған тел, милли мәҙәниәт аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә, тамырҙарыбыҙ рухиәтебеҙҙе һуғарып тора, халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына хөрмәт тойғоһо тыуҙыра, уның аша бүтән халыҡтарҙың телдәренә лә һөйөү тәрбиәләнә. Белем – сифатлы, төплө, ә балалар тәрбиәле, илһөйәр булып үҫһен өсөн ата-әсәнең, мәктәптең һәм бөтөн йәмғиәттең берлектә эшләүе талап ителә. Тик бергә эшләгәндә генә кәрәкле һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.
Диләрә Әхмәтхан ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡорған донъялары нурлы, балҡып тора.
Люция КАРАМОВА
Читайте нас: