Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
16 Декабрь 2019, 11:40

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр...

“Башҡортса уҡырға яратам!” конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде.

Бөгөн район хакимиәте башлығы үткәргән иртәнге оперативкала “Йәнтөйәк” гәзите Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арнап ойошторған “Башҡортса уҡырға яратам!” конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде.
1-се урын яулаусы Иҫке Ҡаҙансы ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Зарипова, Ҡышлауйылға мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина, Ҡарткиҫәк мәктәбенең 7-се калсс уҡыусыһы Вилназ Ахуновҡа —Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, Урмияҙ ағинәйҙәрен етәкләүсе Сәлимә Әбүбәкерова, уның ярҙамсыһы Зөһрә Ғәйнуллина, Солтанбәктән әүҙем йәмәғәтсе Алһыу Фәррәховаға Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин тапшырҙы.
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова районыбыҙҙа Башҡорт теле көнө киң билдәләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҡатнашыусыларға рәхмәт еткерҙе.
“Йәнтөйәк” район-ара гәзите редакцияһы исеменән “Башҡортса уҡырға яратам!” конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Артабан да шулай әүҙем, рухлы булып ҡалыуҙарын теләйем.
Наилә Имаева.
Бәйгелә ҡатнашыусылар:
Асҡын районынан Алһыу Фәррәхова , Эльмира Шәйхуллина, Диана Шәймәрҙәнова, Лилиә Заманова, Ғәлиә Әхмәтғәлиева, Юлиә Тимерғәлиева, Фәриҙә Сәлихова, Зилиә Вәлиева, Мәмдүнә Зарипова, Сәлимә Әбүбәкерова, Вилназ Ахунов, Зөһрә Ғәйнуллина, Ҡариҙел районынан Илнара Закирова , Мишкә районынан Лилиә Хәсәнова, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенттары — Асҡын районынан Миләүшә Солтанова, Дүртөйлө районынан Гөлсәсәк Шәрифғәлиева, Мәсетле районынан Азалия Сәхәүетдинова, Салауат районынан Зилиә Вәлиева.
Читайте нас: