Республикабыыҙҙа беренсе тапҡыр үткән йыраусылар төбәк-ара бәйгеһендә ҡырҡҡа яҡын конкурсант ҡатнашты. Улар Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, Әлшәй, Архангел, Әбйәлил, Ауырғазы, Белорет, Бөрйән, Балтас, Ғафури, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Кушнарен, Хәйбулла райондарынан, Сибай, Баймаҡ, Өфө ҡалаларынан килгәйне. Гран-приға Бөрйән районынан Сәлимә Ғәрифуллина лайыҡ булды. I дәрәжә диплом менән Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов һәм Сибай ҡалаһынан Мирас Үҙәнбаев бүләкләнде. Бынан тыш II-III дәрәжә лауреаттары ла билдәләнде, айырым номинацияларҙа еңеүселәр асыҡланды.