Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2019, 17:30
Олуғ Аҡмулланан фатиха алып
Башҡорт теле көнө бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, олуғ фекер эйәһе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланып китте.
Сарала
республика Хөкүмәте Премьер-министры
Фәнүр Йәғәфәров,
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары
Урал Килсенбаев,
Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе
Азат Бадранов, мәғариф министры Айбулат Хажин, Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов
һ.б.
ҡатнашты.
Байрамды студент Фәдис Иҙрисов
тың
ҡурай моңо
на ҡушылып
студент Ислам Төхвәтуллин данлыҡлы "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән шиғыр менән башлап ебәрҙе.
Артабан сара, хәбәр итеүебеҙсә,
юғары уҡыу йортонда уҙған
асыҡ
башҡорт теле дәресе,
“
Торатау
”ҙа Берҙәм
башҡорт теле дәресе менән дауам итте, республиканың ҡоролтай ағзалары төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында
“
түңәрәк өҫтәл
”
дә фекер алышты.
Ҡоролтай ағзалары үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе. Барыһы хаҡында ла "Башҡортостан" гәзитендә ентекләберәк яҙырбыҙ.
Автор: Лариса Абдуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Olu-A-mullanan-fatiha-alip-39607/
Читайте нас: