Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2019, 13:35

Әкиәттәр донъяһына сәйәхәт

Табаҫҡытамаҡтар ҙа Башҡорт теле көнөн ойошҡанлыҡ менән ҡаршылай. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Табаҫҡытамаҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Хәмитйән ҡыҙы Ғилфанова "Мин башҡортса яҙам" проекты сиктәрендә 9-сы класта диктант үткәрә. Уҡыусылар Рауил Бикбаевтың "Тел һәм ер" әҫәре буйынса тикшереү эше яҙып, башҡорт теленән белемдәренә баһа ала. 6-8-се калстарҙа Зөлфиә Хәмитйән ҡыҙы “Башҡорт алфавитының тарихы” тигән темаға берҙәм дәрес үткәрә.Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына арналған "Ҡара төндөң яҡты йондоҙо" темаһына 8-9-сы кластарҙа асыҡ дәрес тә күрһәтә Зөлфиә Ғилфанова. Дәрес бик фәһемле үтә. Бөйөк мәғрифәтсенең һәр бер нәсихәтенә анализ биреп, фекер алышалар.

Тарих һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина “Әкиәт донъяһына сәйәхәт” исемле мауыҡтырғыс сара ойоштора. 2-се, 3-сө, 5-се класс уҡыусылары башҡорт халыҡ әкиәттәрен ролдәргә бүлеп уҡый, видеолар ҡарай, яратҡан әкиәттәре буйынса һүрәттәр төшөрә.

Башҡорт теле көнөнә арналған саралар күңелле һәм файҙалы, фәһемле үтә.

Наилә Имаева.

Читайте нас: