Бөгөн Асҡын 2-се мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә бағышлап, район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин VIII-IX класс уҡыусылары менән күренекле яҡташыбыҙ Кирәй Мәргән ижадына бағышланған дәрес күрһәтте. Әйтергә кәрәк, дәрес бик бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған, уҡыусылар күңеленә үтеп инерлек булды.
Ришат Марат улы дәрес башында уҡ уҡыусылар менән ихлас аралашыуға ҡоролған йылы мөхит тыуҙырҙы. Яҡындан танышып, балаларҙың яратҡан шөғөлдәрен һорашып, артабан районыбыҙ ауылдары, күренекле шәхестәребеҙ тураһында әңгәмә ҡорҙолар. Шулай яйлап, уҡыусылар менән бергәләп, дәрестең темаһын астылар.
Ришат Марат улы уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырып, яҡташыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт еткерҙе. Талантлы прозаик, драматург, башҡорт фольклор ғилеменең үҫешенә айырыуса тос өлөш индергән тәүге фән докторы, профессор, һәләтле журналист, яраланғанға тиклем 112-се Башҡорт атлы дивизияһының данын уртаҡлашҡан яу ветераны Кирәй Мәргәндең (Әхнәф Нурмөхәмәт улы Кирәев) тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Интерактив таҡтанан уның шәжәрәһен барланылар, ғаилә архивынан алынған фотоларҙы ҡарап, хәтирәләр йомғағын һүттеләр.
Артабан дәрескә ҡунаҡҡа килеүсе Төлгөҙбаш ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе мәғариф ветераны, Нурмөхәмәт Йомраниҙың ауылдашы Йәрис Рәфҡәт улы Зәйдуллин менән Кирәй Мәргәндең ике туған ҡустыһы Мәсғүт Әхмәҙинур улының тормош иптәше Наилә Сафа ҡыҙы Кирәеваға һүҙ бирелде.
Йәрис Рәфҡәт улы Төлгөҙбаш мәктәбе уҡытыусыһы Фәнисә Талипованың бер нисә йыл элек уҡыусылар менән Нурмөхәмәт сәсәндең тормош һәм ижад юлын өйрәнеп, тикшеренеү эштәре яҙып, республика конкурстарында призлы урындар яулауын да билдәләне.
-— Нурмөхәмәт Йомрани, Нурмөхәмәт сәсән (ысын исеме — Кирәев Нурмөхәммәт Шаһиарыҫлан улы) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән. Ул 1882 йылда хәҙерге Пермь крайының Октябрьский районында тыуған. Мәҙрәсәлә белем алған.1917 йылғы революцияға тиклем Ҡаҙағстан ауылдарында уҡытҡан, Йомран һәм шулай уҡ башҡа ауылдарҙа үҙе асҡан мәҙрәсәләрҙә мөғәллим булған.Октябрь революцияһынан һуң педагогик курстар тамамлаған. Баҙансат , Олойылға, Төлгөҙбаш ауылдарында уҡытыусы булып эшләгән.1934 йылда районыбыҙҙың Төлгөҙбаш ауылында вафат була, — тип тормош юлына туҡталып, ижады тураһында һөйләне, бер нисә шиғырын уҡып та ишеттерҙе. Ошо көндәрҙә 89 йәшен тултырған мәғариф ветераны Наилә Сафа ҡыҙының Кирәй Мәргән тураһында иҫтәлектәрен дә уҡыусылар йотлоғоп тыңланы.
— Әхнәф Нурмөхәмәт улы иҫ киткес туған йәнле кеше ине. Беҙ аралашып, туғанлашып йәшәнек. Беҙгә ҡунаҡҡа йыш ҡайта торғайнылар. Кирәй Мәргәндең уҡыусылары — билдәле фольклорсылар Әхмәт Сөләймәнов менән Салауат Ғәлин да килеп, уның тормошо, ижады тураһында мәғлүмәт йыйып киткәйнеләр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән дә улар дуҫтар ине. Атаһы Нурмөхәмәт сәсәндең дә ҡәберен ҡайтып ҡарап, тәрбиәләп тора ине, — тип хәтирәләр йомғағын һүтте Наилә апай. Кирәй Мәргәнгә бағышлап шулай төрлө саралар ойоштороп, онотмай саҡырып торғандары өсөн уҡытыусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе, уҡыусыларға шулай күренекле яҡташтарыбыҙҙы онотмаҫҡа, уларҙың ижадын өйрәнергә, тырышып уҡырға, тыуған еребеҙҙе данлап йәшәргә тигән теләктәрен еткерҙе.
Дәрескә йомғаҡ яһап, Ришат Марат улы үҙенең мәктәп йылдарынан алып ижад иткән шиғырҙар, ҡобайырҙар, төрлө темаларға яҙған мәҡәләләр йыйынтығын дәрестә әүҙем ҡатнашыусы уҡыу алдынғыһы Гөлназ Фәтиховаға бүләк итте. Уҡыусыларға тырышып уҡырға, маҡсатсан булырға, тыуған еребеҙ — Асҡыныбыҙ менән ғорурланып, туған телебеҙҙә аралашып, киләсәктә районыбыҙ данын күтәрерҙәй шәхестәр булып үҫергә теләне.
Дәресте үткәрергә ярҙам итеүсе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина Ришат Марат улына ваҡыт табып, уҡыусылар менән ихлас аралашып, шундай йәнле дәрес үткәргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Әлбиттә, был көн уҡыусылар күңелендә оҙаҡ һаҡланып, мәктәп һәм районыбыҙ тарихына инер. Балыҡсы ырыуы башҡорто Ришат Марат улы Дихиндан Башҡорт теле көнөнә үҙенсәлекле һәм көтөлмәгән матур бүләк булды был дәрес.