Башҡорт теле көнө уңайынан районыбыҙҙа ҙур ойошҡанлыҡ менән саралар үтә. Ҡышлауйылға урта мәктәбендә лә байрамды ҙур әҙерлек менән ҡаршы алалар.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина һөйләүенсә, саралар бик йәнле һәм фәһемле үтә.
I-IV класс уҡыусылары араһында иң матур башҡорт теле дәфтәренә конкурс иғлан ителә. I класс уҡыусылары Юлиә Ғатина, Рианна Нурғәлина, Данияр Ильясов, Иллария Әхмәтова, III кластан Гөлнур Заманованың дәфтәрҙәре иң яҡшыһы тип билдәләнә.
«һаумы, һаумы, әкиәт» кисәһе лә уҡыусылар күңеленә хуш килә. Унда I-IV класс уҡыусылары, бер-береһен, уҙып әкиәттәр һөйләй.
Шағир-мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына бағышланған дәрес IX класта үтә. V кластар диктант яҙып, белемдәрен тикшереп ҡарай. Байрам Флешмоб менән тамамлана.
“Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты — башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине», — ти Эльмира Фәүзәт ҡыҙы.
Наилә Имаева.