Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2019, 11:00

Бөгөн – Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө

Асҡын 2-се мәктәбендә бөйөк мәғрифәтсегә арналған дәрес үтә. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Бөгөн Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнелә. Быйыл дата Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән рәсми раҫланды. Башҡорт теле көнө йыл һайын бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә.
Белем усағында башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә һәм был көн айырым бер йылылыҡ менән билдәләнелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзифә Исмәғзам ҡыҙы Сәйәхинурова Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына барғышланған асыҡ дәрес күрһәтә. Уҡыусылар менән уның ижадына байҡау яһап, шиғырҙарын һөйләп, видеофильм ҡарайҙар. Китапханасы З. Саяпова әҙерләгән күргәҙмә менән танышып, балалар бөйөк мәғрифәтсенең китаптарын иҫкә төшөрөп, фекер алышалар. Дәрес бик фәһемле була.
Наилә Имаева.
Читайте нас: