Айгиз Баймөхәмәтовтың
“Ҡалдырма, әсәй!” повесы тураһында...
2017 йылда йәш прозаик Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” исемле китабы менән таныштым һәм яратып ҡабул иттем.Китаптың күләме әллә ни ҙур түгел, әммә йөкмәткеһе менән тос булып сыҡты, бер тынала уҡыным. Шул уҡ ваҡытта уны тыныс күңел менән генә уҡыманым. Унда тәрән дөрөҫлөк, әсе хәҡиҡәт ярылып ята, сөнки повесть үҫмер күңеленән үҙе күреп шаһит булған ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Әҫәр геройы башынан байтаҡ ауырлыҡтар, ҡайғы-һағыштар үткәрә. Әммә ул һис ҡасан бирешмәй, үҙ маҡсат-хыялдарынан тайпылмай.
Повеста ваҡиғалар балалар йортонда бара. Балаларға ҡарата өлкәндәрҙең төрлө мөнәсәбәте күҙ алдына баҫа. Бала хоҡуҡтары тип һөйләгән алдынғы йәмғиәт шарттарында ла кешелекһеҙлек, бәғерһеҙлек күренештәренең күҙәтелеүе һис ниндәй үлсәмдәргә һыймай. Төп образ Ильястың тәүәккәллеге, киң күңеллелеге, кешеләрҙәге изгелек, кешелеклелек кеүек сифаттарға ышанысын юғалтмауы һоҡландыра. Ильястың күргән яфалары балалар йорттарында көн итеүселәргә ҡарата йәлләү хистәре уята. Бәләкәйҙән үҙ аллы булырға, үҙ иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы үҙе күтәрергә тырыша. Кемдеңдер йәлләүенә өмөт итергә күнекмәй.Шундай етемдәрҙең тормошон ғаилә шарттарына яҡынайтаһы ине тигән теләк тыуа. Әсә урынында булырға тейешле тәрбиәселәрҙең түҙемле, тотанаҡлы булыуын иң беренсе урынға ҡуйыр инем. Бала яратмағас, ниңә балалар йортонда эшләргә?
Халыҡта шундай аҡыллы фекер бар: “Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң”. Даян Ильястың ҡәҙерләп, атаһының төҫө итеп һаҡлап йөрөткән ҡайышын тартып алып, һис кенә лә рәхәтлек татымай. Шул ҡайыш менән аҫылынып үлеүе быға асыҡ миҫал. Кеше ҡайғыһында бәхет яулау мөмкин түгел икәненә лә инанабыҙ хикәйәлә бәйән ителгән ваҡиғалар һуңында. Ҡатмарлы мәлдәрҙә лә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр араһында дуҫлыҡ, берҙәмлек, татыулыҡ кеүек сифаттарҙың булыуын, бала күңелендә изгелек, кешелеклелек, мәрхәмәтлелек хистәре,ата-әсәгә хөрмәт тейешле, уларҙың үҙҙәре иҫән саҡта ҡәҙерен белергә кәрәк, тигән фекер үткәрә яҙыусы.Повесть ата-әсәләрҙең балалар хаҡында хәстәрлек күреүен, уларҙың киләсәген ҡайғыртыу сараһын күрергә тейешлеген дә иҫкәртеүҙе кәрәк һанай.
Китап авторы биографияһы менән дә ныҡлап таныштым, беҙҙең яҙмыштар оҡшаш, сөнки мин дә Өфөлә тыуып, әсәйем тарафынан ҡалдырылған сабый, әммә мин Асҡын районында Солтанбәк ауылында үҙ ғаиләмде – әсәйемде, атайымды таптым. Был ғаиләлә инде 3 етем тәрбиәләнгән, икеһе тормошло, береһе Өфөлә Нефть университетында белем ала. Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән Айгиз Баймөхәмәтов байтаҡ тормош мәктәбе миңә үрнәк, киләсәктә мин дә тырышып уҡырмын, шәфҡәт туташы булып, мохтаждарға ярҙам итермен.
Өҫтәл китабы булырға хаҡлы “Ҡалдырма, әсәй!” исемле китабы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы бирелеүенә ысын күңелдән шатланам, авторҙан тағы ла тәьҫирлерәк әҫәрҙәр өмөт итәмен.