Районыбыҙҙа Башҡорт теле көнө киң билдәләнелә. Төрлө ауылдарҙан туған телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә, пропагандалауға йүнәлтелгән үҙенсәлекле саралар үтеүе тураһында хәбәр итеп торалар.
Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә лә кисә һәм бөгөн фәһемле саралар үтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова “Аҡмулла – мәғрифәтсе, шағир, яҡтылыҡ йырсыһы” тигән темаға асыҡ дәрес күрһәтә. 9-сы класс уҡыусылары диктант яҙып, башҡорт теленән белемдәрен тикшереп ҡарай.
6-8-се класс уҡыусылары менән Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерәләр.