Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
13 Декабрь 2019, 14:25

Бөгөн Асҡын 2-се мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналған саралар үтә

# Башҡорт теле көнө # Асҡын районы

14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән тәрән йөкмәткеле саралар үтә.
Бөгөн Асҡын 2-се мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә бағышланған береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк, рухлыраҡ, тәрән йөкмәткеле саралар үтә. Улар араһында районыбыҙ тарихына инеп ҡала торғандары ла бар. Мәҫәлән, район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин VIII-IX класс уҡыусылары менән күренекле яҡташыбыҙ Кирәй Мәргән ижадына бағышланған дәрес күрһәтте. Әйтергә кәрәк, дәрес бик бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған, уҡыусылар күңеленә үтеп инерлек булды.
Артабан 9-сы класс уҡыусылары башҡорт телендә диктант яҙҙы.
Шулай уҡ бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған асыҡ дәрес була. Бөйөк мәғрифәтсегә бағышлап башҡорт теле уҡытыусылары бай йөкмәткеле күргәҙмә лә әҙерләгәйне.
“Башҡорт теленән иң яҡшы дәфтәр” конкурсы ла бик урынлы уйланылған. Ҡыҫҡаһы, Асҡын 2-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусылары башҡорт теле көнөн ҙур әҙерлек менән юғары кимәлдә ҡаршылап, үткәрә. Афарин!
Ҡәҙерле дуҫтар! Үрҙә аталған сараларҙың һәр береһе тураһында киләһе материалдарҙа тулыраҡ уҡырһығыҙ!
Читайте нас: