Йәнтөйәк
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:26

"Яҙыусының тел байлығы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ!"

Туған телдә һөйләшә белеү - ул бер, ә инде уны тағы байытыу, яҡшыртыу – китаптарҙа.

Мин, Шәрифғәлиева Гөлсәсәк Мәснәүи ҡыҙы, Дүртөйлө районының Ҡораласыҡ ауылында тыуғынмын.Әлеге выҡытта Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт- ара коммуникациялар факультетының рус-башҡорт бүлегенең 3 –сө курсында белем алам.
Китап уҡыу - ул минең иң яратҡан шөғөлөмдең береһе. Хәҙерге донъя кешеләре - ул изге эште бик яратмай, сөнки интернет, компьютер, планшет, телефон кеүек уңайлы техника килеп сыҡты. Шуға күрә, туған телдәребеҙҙе лә онотоп барабыҙ.
Беҙ «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте» һәм «Рус теле» бүлегендә уҡығас, әлбиттә, төрлө китапттар, мәҡәләр менән танышабыҙ. Бына кисә генә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙон бала саҡ» повесын уҡыныҡ.
Был әҫәр миңә кесе кластарҙан уҡ оҡшай, сөнки яҙыусының тел байлығы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ!
Повеста ябай автобиографик сюжет һүрәтләнһә лә, әҫәрҙе М.Кәрим нисек итеп уҡыусыларға еткерә?!Уны ҡабат-ҡабат уҡыһы килеп тора. Был әҫәрҙә төп геройҙың: Кендектең һәм тағы ла дуҫы Әсхәттең фәлсәфәүи бала саҡ уйҙары ҡыҙыҡлы. Уларҙың фекерҙәре ҡалған баларҙыҡына оҡшамаған.
Мәҫәлән, шундай һүҙҙәр иҫкә төшә: «Байлыҡ - бер айлыҡ, ярлылыҡ - мәңгелек.» Был цитата инде М. Кәримдең халыҡ донъяһына кергән афоризмдары тип атарға ла мөмкин.
Повесть кешелеклектең социаль берҙәм булмауын, көндәлек көнкүреш, ауыл-тормош хәлдәре проблемаһын асыҡ күрһәтә. М.Кәрим яҙыусы ғына түгел,ә психолог та булып киткән. Ул уҡыусыны,күрәһең, аңлай белә, шуға уның әҫәре ҡыҙыҡлы.
Эйе, күптәр хәҙер үҙ туған телендә ҡулдарына китап тотоп ҡарамайҙар. Был эште беҙ башҡармаһаҡ, телебеҙ кемдәр ҡулына ҡалыр?
Читайте нас: