Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:04

«Йөрәктәргә үтеп инде был әҫәр»

Повеста тәрән психологизм аша заман проблемаларының төрлө булыуын һәм социаль етемлек проблемаларын күрһәтеүе минең иғтибарымды шунда уҡ йәлеп итте.

Мин, Вәлиева Зилиә Ильяс ҡыҙы, Салауат районы Лағыр ауылында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының рус-башҡорт бүлегенең 3-сө курсында белем алам.
Минең иң яратып уҡыған әҫәрҙе атап китә алмайым, сөнки ул яңырып тора, яратҡан китаптарыма яңылары өҫтәлә. Әҙәм балаһының бәхете, бәлки, шул яңырыуҙалыр, матурлыҡҡа һәм тәрән аҡылға юлыға алыуындалыр? Был яңырыу, яратыу туҡтамай, йәшәүҙең мөғжизәһе шунда.
Йәшәйешебеҙҙең ҡатмарлы, ҡайһы саҡта яуап та таба алмаҫлыҡ проблемалары, замандың көнүҙәк мәсьәләләре, бәйләнештә торған кеше менән йәмғиәт араһында булған мөнәсәбәттәр Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесында күрһәтелә.
Повеста тәрән психологизм аша заман проблемаларының төрлө булыуын һәм социаль етемлек проблемаларын күрһәтеүе минең иғтибарымды шунда уҡ йәлеп итте.
Әҫәрҙең төп һүрəтлəү объекты – кеше. Һəр заман үҙенең геройын үҙе тыуҙыра. Төп герой – үкһеҙ етем ҡалған Ильяс. Ни өсөн етемлек заман проблемаһына әйләнде тигән һорау тыуа.Уға яуап бөгөнгө көндөң сире – эскелектә булыуы күренә. Икенсе сәбәп – йәштәр араһындағы “бәйһеҙлек” тип әйтергә була.
Айгиз Баймөхәмәтов әҫәрендә төп геройҙарҙың тормош ваҡиғаларын күңеле һәм йөрәге аша үткәрә, уларҙың күңел донъяһын, хис-тойғоларын, кисерештәрен, кәйефтәрен, уй-фекерҙәрен, йәғни психик, рухи тормошон тулы итеп һүрәтләй.
Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" әҫәре беҙ йәшәгән йәмғиәткә, кешеләргә мөрәжәғәт булып тора. Минең уйлауымса, был әҫәрҙе уҡыған һәр кеше ғәмһеҙ ҡалмаҫ, әҫәрҙәге геройҙарҙың аяныс, ғибрәтле тормошон күреп, йәмғиәтебеҙҙе уратып алған кәмселек һәм етешһеҙлектәргә иғтибарлыраҡ булыр, дөйөм балалар йортонда ғына түгел, ә тотош илебеҙҙә хөкөм һөргән системаны юҡҡа сығарыу юлдарын эҙләр, тигән өмөттә ҡалам.
Читайте нас: