Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:16

“Урал батыр” — рухи ҡомартҡыбыҙ”

Эпосты өйрәнеү миндә башҡорт халҡының тарихын, тәүге тормошон өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Мин, Тимерғәлиева Юлиә Фирдүс ҡыҙы, Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең
7 - се синыф уҡыусыһы.
Минең иң яратҡан фәнем башҡорт теле. Башҡорт телендә һөйләшергә, хикәйәләр, шиғырҙар, бәйеттәр уҡырға яратам.
Мин бер нисә йыл рәттән «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләйем . Ул беҙҙең бөйөк рухи ҡомартҡыбыҙ. Был эпосты уҡып, халҡыбыҙҙың йолаларын, ижадын, башҡорт тарихын өйрәндем. Эпосты өйрәнеү миндә башҡорт халҡының тарихын, тәүге тормошон өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Эпостың тәү кешеләре — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлана, кешелектең мәңгелек булыуы иҫбатлана.
Эпос миңә яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен өйрәтә. Әкиәттәге кеүек: Яҡшылыҡ һәр ваҡыт яуызлыҡты еңә. Яратыу – яратмау, яҡшылыҡ – яманлыҡ, киң күңеллелек – көнсөллөк, асыҡлыҡ – аҫтыртынлыҡ, ихласлыҡ – ике йөҙлөлөк, йомартлыҡ – ҡарунлыҡ төшөнсәләре мине уйланырға мәжбүр итте. Был төшөнсәләр әле булһа ла беҙҙең тормошта осрай.
Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың эпоста ҡайҙан барлыҡҡа килеүен, Уралдың үҙе өсөн түгел, халҡы, тыуған төйәге өсөн йәнен биргәне миндә ғорурлыҡ уятты, тәрбиәләне.
Эпосты уҡығас, миндә Тыуған илдә йәшәү өҫтөнлөгө, ғүмер итеү өсөн үҙ илеңдә яй табыу, уны һаҡлау, яҡлау тойғолары йөрәгемә һеңеп ҡалды.
Читайте нас: