Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:22

“Тетрәндергес повесть”

“Ҡара йөҙҙәр” уйландырҙы....

Мин, Лилиә Мәүлит ҡыҙы Хәсәнова, Мишкә ауылында йәшәйем. Район мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып эшләйем. Әлеге мәлдә өсөнсө улым менән декрет ялындамын.
Мәжит Ғафуриҙың билдәле “Ҡара йөҙҙәр” повесын мәктәптә, уҡыу йортонда белем алған осорҙа уҡып сыҡҡайным инде. Әле шул китап ҡулға килеп эләккәс, тағы берҙе уҡып сығыу теләге тыуҙы.
Повесть эмоциональ яҡтан уҡыуға бик ауыр, тетрәндергес һәм тәрән мәғәнәле әҫәр. Ғәлимә менән Закирҙың яҙмышы бигерәк аяныслы. Һөйләшеп кенә ултырған йәштәрҙе нахаҡҡа ғәйепләп, бар ауыл алдына аяуһыҙ фашлайҙар. Уларҙы шәриғәт законын боҙоуҙа һәм диндән яҙыуҙа ғәйепләйҙәр. Ғәлимә образы аша автор ошо осорҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың трагик яҙмышын тулыһынса асып бирә. Көнсөл, яуыз суфый һәм хәлфәләр, байҙар – бына улар ысын “ҡара йөҙҙәр”. Шәриғәт ҡанундарына һылтанып, халыҡтың аңдарын томалаған улар. Бер гонаһыҙ йәштәрҙең тормоштарын селпәрәмә килтерә шул осорҙағы шәриғәт.
Читайте нас: