Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:20

“Тәбиғәтте һәләк итеү – үҙ-үҙеңде һәләк итеү”

Ноғман Мусин әҫәрҙәрендә кешенең тәбиғәткә, хеҙмәткә мөнәсәбәте сағыла.

Уның әҫәрҙәрендә ыңғай геройҙар – ер биҙәге, ә кире геройҙар - имгәктәр.
Яҙыусының “Мәңгелек урман” дилогияһында 19 -сы быуат аҙағы – 20-се быуат башында башҡорт илендәге ауыр ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Был осорҙа халыҡтың урмандары, туғайҙары тартып алына. Шул арҡала әкиәттәге кеүек бай тәбиғәте булған халыҡ ярлылана бара, бөлгөнлөккә төшә.Романдың тәүге юлдарында уҡ Ҡаратау урман хужалығы ҡараусыһы Ғилман Торомтаев Кеше образы менән башҡорт өсөн изге символикаға әйләнгән ҡурай араһындағы диалог һүрәтләнә. Ҡурайҙы яһап бөткәс, ләззәтләнеп һыҙҙырып уйнап та ебәрә ул. Бына ошо саҡта сихри моң аҫтында тәбиғәт менән кеше бер бөтөнгә әйләнгәндәй күренә.
Эйе, кеше бөйөк, тереклек мәңгелек, ләкин уларҙың бөйөклөгө тәбиғәткә бәйле, тәбиғәттән башҡа тереклек тә юҡ. Урман да сабынлыҡ түгел, йыл да күпереп ҡалҡып сыҡмай, ҡырҡылған ағастар урынына яңы үҫентеләр ултыртҡанда ла, уларҙың өлгөрөп етеүен быуаттар буйы көтөргө кәрәк. Тәбиғәтте һәләк итеү – үҙ-үҙеңде һәләк итеү.
Кеше һәм тәбиғәт, тарих һәм бөгөнгө көн бәйләнеше сағыла был китапта.
Читайте нас: