Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәре бик ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та, күңелгә ятырлыҡ та. Геройҙарҙың психологик хәл-торошон, образдарҙы тәбиғәт күренештәренә параллель рәүештә оҫта һүрәтләү менән генә сикләнмәй яҙыусы, уҡыусыһын төптән уйландыра, ниндәйҙер бер мәңге ысҡынмаҫлыҡ уйға батыра, күңелдәргә үтеп инә. Мәҫәлән: «Тормош шау сәскәлә» исемле китабындағы «Ҡайт, ҡотом, ҡайт...» хикәйәһе күңелдәргә уйылырлыҡ көслө әҫәрҙәренең береһе. Тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, бошонҡолоҡҡа бирелмә, тип өндәй.
Һәр кешенең үҙ хыялы, үҙ хис-тойғолары. Үҙенсә йәшәй, ярата, һөйгәнен иркәләй, хыяллана, донъя көтә. Ләкин бер нисек тә икенсе кешенең күңеле менән идара итә алмай. Был хикәйәләге Сәғүрә лә – бик яҡты, көләс йөҙлө, нескә күңелле, тоғро ҡатын-ҡыҙ. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ул бик ҡыҙғаныс тормошта йәшәй. Һөйгән йәренә ҡарата мәңге үлмәҫ һөйөү тойғоһон һүндерә алмай, булған хәлдәргә күнмәй. Элекке тормош, эске аң менән йәшәй. Шуға ла ул эргәһендә генә йөрөгән бәхетенең ҡәҙерен белмәй.
Ләкин кешенең йәшәү тормошона ғына ҡарап фекер йөрөтөп булмай. Һәр кеше – ул донъяның үҙенә генә башҡа үҙенсәлекле бер йән ул. Сәғүрә лә шундайҙарҙың береһе. Быны тик әхирәте – хикәйәсе генә – күрә белгән.
«Ҡайт, ҡотом, ҡайт...» әҫәрендәге авторҙың төп фекерҙәре менән килешәм һәм шуны әйтәһе килә: был яҡты тормошта беҙ бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ. Ниндәйҙер мәлдең бер өлөшөн туплаусыларбыҙ барыбыҙ ҙа. Шуға һәр бер аҙымды уйлап, һөйөп-һөйөлөп, кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙып, яҡшылыҡ, йылылыҡ өләшеп, бар тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәргә тейешбеҙ. Элеккеләр, үткәндәр менән йәшәмәйек, бөгөнгөнөң әҙерен беләйек! Хикәйәнең төп идеяһы тап бына шунда.
Г.Ғиззәтуллина – тормоштоң бөтә ысынбарлығын яҡшы белгән, серҙәрен тәрән тойған ижадсы. Әҫәрҙәре – яҙыусының эске күңеле тыуҙырған бай хазина ул.