Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:18

“Ғорурланып уҡыным”

Туғанлыҡ хистәре һоҡландырҙы.

Мин, Заманова Лилиә Дарвин ҡыҙы, Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең 8 - се синыф уҡыусыһы.
Уҡыған китаптарым араһынан иң оҡшағаны Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы булды. Уны уҡыған ваҡытта минең күңелемдә ғорурланыу, шатланыу тойғолары уянды.
Был повеста бер туған булмаған кешеләрҙең бергә татыу , дуҫ йәшәүе йөрәккә йылылыҡ бирә. Иң тәүҙә таныш булмаған ҡәҙерле ҡунаҡ ҡыҙыҡһыныу уятты.
Йәмил Оксананы атаhы алып ҡайтып киткән саҡта минең күңелем уның менән бергә иланы. Йәмил ҡәҙерле ҡунаҡ ҡына булһа ла Оксананы бер туғаны итеп тойҙо, яҡын күрҙе. Улар бер–береhе менән бер туған булып йәшәне. Туған ҡәҙерен тойҙом.
Мин был повесты укыған саҡта Йәмилде бик йәлләнем, уның менән ғорурландым. Оксананы ул һәр саҡ ҡурсалап, ҡарап, hаҡлап, ҡәҙерләп кенә йөрөттө.
Күрше малайҙары үҙ апайҙарына аҡырып, ҡысҡырып йөрөhә лә, Йәмил Оксанаға бер тапҡыр ҙа аҡырмаған, йәберләмәгән. Ул уны һәр саҡ ҡәҙерләгән һәм һаҡлаған. Йәмилдең ошо ҡылыҡтары миңә бик оҡшаны. Бында туғанлыҡ хистәре, атай-әсәйеңде яратыу, һаҡлау ҡылыҡтары минең күңелемдә тәрән эҙ ҡалдырҙы.
Читайте нас: