Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:05

"Мостай Кәрим әҫәрҙәрен уҡырға яратам"

Бөйөк әҙиптең ниндәй генә әҫәрен алып уҡыһаң да, уйландыра, тетрәндерә, рухландыра, һоҡландыра.

Мин, Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова, Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәйем. 44 йыл ғүмеремде балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышланым. Миңә 68 йәш. Күптән инде хаҡлы ялда булһам да, өйҙә тик ултырғаным юҡ, ауыл һәм районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашырға тырышам. “Ҡаҙансы төбәгендә “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе лә мин. Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым. Буш ваҡыттарымда ҡәләм тибрәтәм. Тиҙҙән шиғырҙар йыйынтығым да донъя күрәсәк.
Авторҙарға килгәндә, Рәми Ғарипов шиғырҙары, Мостай Кәрим китаптары бигерәк тә күңелемә яҡын. Әле лә ҡулымда Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабы. Был әҫәрҙе бер нисә тапҡыр уҡыһам да, һәр саҡ тулҡынланам, төрлө хистәр сорнап ала күңелемде. Әҫәрҙең тәрбиәүи көсө лә ҙур. Һуғыш ваҡытындағы кешеләрҙең батырлығы, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, берҙәм булыуы таң ҡалдыра. Бигерәк тә Оксана менән Йәмилдең йылы мөнәсәбәттә булыуҙары мине һоҡландырҙы. Ә бер уйлаһаң, ошондай уҡ йылы мөнәсәбәт бөгөнгө көндә һирәгәйә бара. «Беҙҙең өйҙөң йәме» буйынса «Һеңлекәш» фильмы төшөрөлөүе бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Мостай Кәримдең ниндәй генә әҫәрен алып уҡыһаң да, уйландыра, тетрәндерә, рухландыра, һоҡландыра.
Читайте нас: