Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:13

“Мәңгелек урман” бик оҡшаны

Кемдәр уҡымаған, романды уҡырға тәҡдим итәм, шәп әҫәр.

<Мин, Фәриҙә Фәйзелҡәүи ҡыҙы Сәлихова, Асҡын биләмә-ара үҙәк китапханаһында китапханасы булып эшләйем.
p>Башҡорт әҙәбиәтенән яратып уҡыған әҫәрҙәремдең береһе Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһы. Исеменән күренеүенсә, романда ябай ғына түгел, ә мәңгелек урман тураһында һүҙ бара. Халыҡты уйландырған, әле лә көнүҙәк яңғыраған “Урман һатылырға тейешме?”, “Ул халыҡҡа нисек хеҙмәт итә ала?” тигән һорауҙарға яуап табып була.
Урман – ер күрке, ул халыҡ кеүек мәңгелек булырға тейеш. Башҡорт өсөн гүзәл тәбиғәт – рух сығанағы, шатлыҡ шишмәһе, йәшәү тамыры. Урман – сабынлыҡ түгел, йыл да күпереп ҡалҡып сыҡмай, ҡырҡылған ағастар урынына яңы үҫентеләр ултыртҡанда ла, уларҙың өлгөрөп етеүен быуаттар буйы көтөргә кәрәк. Романды уҡырға тәҡдим итәм, шәп әҫәр.
Читайте нас: