Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:17

“Дуҫлыҡ ҡәҙерен нығыраҡ аңланым”

Мостай Кәримдең “Өс таған” повесын яратып уҡыным.

Мин, Әхмәтғәлиева Ғәлиә Нәфис ҡыҙы, Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең 6 - сы синыф уҡыусыһы. Бәләкәйҙән китаптар уҡырға бик яратам. Бигерәк тә Мостай Кәримдең “Өс таған” повесын яратып уҡыным. Ул бик ҡыҙыҡлы, мажаралы булды. Мин үҙемде ошо балалар эргәһендә итеп тойҙом. Улар менән бергә шатландым, ҡайғырҙым. Повесты уҡыған ваҡытта ысын дуҫлыҡ ҡәҙерен, туған тәбиғәтте һөйөү , ҡәҙерләү, уны бер ниндәй ҙә матур сит илдәргә алыштырмаҫлыҡ икәнен аңланым.
Повестың төп геройҙары – ябай ауыл малайҙары: Ғабдулла, Айҙар, Вәзир, Яҡуп.Улар төрлөһө – төрлө ғаиләнән.Төрлөһө төрлө ҡылыҡлы.
Был повеста балалар миңә бик ныҡ оҡшаны.Улар үҙҙәренсә бер серле донъя тыуҙыра, үҙ аллы кешеләр булырға тырыша. Уларҙың үҙ тормоштары. Ата-әсәнән йәшерер серҙәре, эштәре бар. Ололарҙан алған тәрбиәне тормошта ҡулланырға тырышалар.
Башлыҡ һайлағанда улар әҙәп, ғәҙеллек һаҡлайҙар.
Повесты тиҙерәк уҡып сығаһы килеп кенә торҙо. Мин уларҙы үҙ иттем, улар менән бергә шатландым, ҡайғырҙым.
Малайҙар юғалып ҡалмайҙар, уларҙың хыялдары бар. Ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, шул хыялдарҙы нисек итеп тормошҡа ашырыуҙарын тиҙерәк белгем килде.
Малайҙар дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә, кеше фекерен хөрмәт итә.
Улар мине ғәҙеллеккә, изгелеккә, тыуған яғымдың матурлығын күрә, тоя белергә, уны һаҡларға, яҡларға ,тормошто яратырға, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, ололарҙы – оло, кеселәрҙе – кесе итергә өйрәтте.
Улар ысын кешеләр. Эшләгән хаталарын төҙәтәләр, ауырлыҡты еңеп сығалар. Ошо ҡылыҡтары миңә көс бирҙе.
Малайҙар бер-береһенең насар яғын эҙләмәйҙәр. Ышаналар, ышаныстарҙы аҡларға тырышалар.Уларҙың дуҫлыҡтары мәңгелек. Ә дуҫлыҡ – ул күңел күрке, йәшәү йәме, хистәр даръяһы. Ул ауыр мәлдәрҙә, юлда, тормош ҡаршылыҡтарын үткәндә беленә, һынала. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй.
Минең дә дуҫтарым бар. Ҡай саҡта уйлап эшләмәгәнлектән күп хаталар ебәрәм, уларҙы асыуландырам.Тиҙ арала үҙ хатамды табам, йәнә дуҫлашам. Дуҫтар булмаһ, йәшәүе ауыр. Дуҫтар ғына ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй, уҡыуға дәрт бирә, һәр нәмәгә намыҫлы булырға саҡыра. Мин киләсәктә аҡыллы, тырыш дуҫтарымдың ҡәҙерен белергә, дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалырға теләйем. Ошо повесты уҡығас, мин дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә, уның бөйөклөгөн, кәрәклеген бик аңланым.
Миңә был повесть бик ныҡ итеп оҡшаны!
Читайте нас: