Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:27

"Был әҫәрҙе ҡат-ҡат уҡыясаҡмын!"

"Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы әлеге көндә лә бик актуаль әҫәр.


Мин, Закирова Илнара Данис ҡыҙы, Ҡариҙел районы Тигермән ауылында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының рус-башҡорт бүлегенең 3-сө курсында белем алам.
Башҡортостан Республикаһының күренекле яҙыусыһы Мостай Кәрим һәр кешенең йөрәк түренә ингән билдәле әҫәрҙәр ижад иткән. "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Оҙон - оҙаҡ баласаҡ", "Айгөл иле" әҫәрҙәре сюжетында бигерәк тә халыҡҡа яҡын ябай кешеләрҙең тормошо һүрәтләнә.
Мин М. Кәримдең повестарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым. Шулай ҙа иң яратып, бөтә күңелем менән уҡығаны - "Беҙҙең өйҙөң йәме " повесы. Был әҫәрҙе уҡыған ваҡытта ярлы халыҡтың тормош-көнкүреше, фронт осоронда балаларҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, әбей-бабайҙарҙың нисек ғүмер кисергәне тап шул ваҡыттағыса күҙ алдына килә. Төп герой итеп Йәмил исемле малай алынған. Уның атаһы фронтҡа китә, әсәһе баҫыуҙа эшләй, ә Йәмил иптәштәре менән көн һайын яңы асыш таба. Был ябай сюжетты йәнләндереүсе Оксана, фронтта табылған украин ҡыҙы, Йәмил тормошона нәҡ ҡояш нуры булып килеп инә. Ул үҙ күҙе менән күргән ҡот осҡос фажиғәләр психологик яҡтан ҙур яра булып сағыла. Йәмил менән Оксана ваҡытты бергә уҙғарып, бер-береһенә яҡынаялар. Хатта Йәмил Оксананы беренсе тапҡыр күргәс тә :"Был минең һеңлем!" - тип үҙ күңеленә индерҙе. Тик оҙаҡламай улар айырылышырға мәжбүр була: Оксананы һуғышта иҫән ҡалған атаһы алып китә, ә Йәмилдең атаһына килгәндә, уның вафаты тураһында ялған хәбәр килә, бәхеткә күрә ул иҫән була һәм ғаиләһе янына ҡайта.
Әлбиттә," Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы әлеге көндә лә бик актуаль әҫәр тип һанала. Был әҫәрҙә ябай халыҡ тормошоноң ауыр ваҡытта сағылған проблемалары күренә. Башҡорт ауылындағы балалар ғүмере беренсе тапҡыр мине хайран ҡалдырҙы.
Яҙыусы ошолай нескә итеп, һәр уҡыусыға һуғыш ваҡытындағы кешеләр яҙмышын һәм психологияһын күрһәтә алған. Миңә был повесть бик оҡшаны, мин уны тағы ла ҡат-ҡат уҡыясаҡмын.
Читайте нас: