Мин, Солтанова Миләүшә Рөстәм ҡыҙы, Асҡын районы Башҡортостан ауылында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының рус-башҡорт бүлегенең 3-сө курсында белем алам.
Айгиз Баймөхәмәтов “Урам балалары”. Беренсе тапҡыр Айгиз Баймөхәмәтовтың “Урам балалары” китабын мин ҡулыма ике йыл элек алдым. Оло кинәнес менән, бар донъямды онотоп, бер кис эсендә уҡып сыҡтым һәм минең күңелемде ауыр хистәр, икеләнеү тойғолары биләп алды. Хәҙерге заманда ла, аҙым һайын тиерлек ошондай ҡыҙғаныс хәлдәр осрап тора. Урамдан үткән саҡта өшөп, асығып бөткән, һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан еңелсә генә кейенгән, бойоҡ күҙҙәре менән тултырып ҡарап китеүсе балаларға иғтибарым йүнәлә лә, йөрөгем өҙгөләнә башлай. Бөтә булған һөйөүемде, көсөмдө, иғтибарымды шул балаларға йүнәлтәһем килә. Әммә аңлайым: балаларҙың ошондай хәлгә ҡалыуҙарында төп ғәйеп ата-әсәйҙәрҙә. Тимәк, беренсе сиратта ярҙам уларға кәрәк. Ғөмүмән, эскелек – хәҙерге заманда күңелде ҡаҙап тороусы, йәмғиәтте артҡа һөйрәүсе иң мөһим проблемаларҙың береһе. Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең әҫәрендә яуыз эскелек арҡаһында үҙ-үҙҙәре өҫтөндә контроль юғалтып, ғаиләгә, тормоштарына, хатта ғәзиз балаларына битараф булыусы атай-әсәйҙәр тураһында һәм балаларҙың үҙ көндәрен үҙҙәре күреүҙәре хаҡында һөйләй. Автор үҙе, яуыз тормош сәбәптәре арҡаһында, балалар йортонда бер-нисә йыл тәрбиәләнергә мәжбүр була Шуға күрә, яҙмыштың ауыр һынауҙары аша үтеп кеше булырға ынтылыусы балаларҙы үҙ күҙҙәре менән күреп үҫкән. “Урам балалары” повесы үҙ тормошо, яҙмышы менән ҡәнәғәт булмаусыларға йәшәү ҡәҙерен белергә, ғаилә бәхетен һөймәүселәргә һәр бер көндәренә һөйөнөп, йәшәү бәхете өсөн көрәшергә өндәү булып тора. Мин был китапты һәммәгеҙгә лә уҡып сығарға өндәйем, хөрмәтле газета уҡыусы дуҫтарым. Бик фәһемле, киләсәк өсөн кәрәкле уй-хистәр, ауыр һәм шул уҡ ваҡытта мөһим кисерештәр уята.