Мин, Шәймәрҙәнова Диана Рәфҡәт ҡыҙы, Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең 6 - сы класс уҡыусыһы . Йырларға, бейергә, спорт менән шөғөлләнергә бик яратам.Шулай булһа ла мин тағы китаптар ҙа уҡыйым .Яратып уҡыған китаптарым араһынан Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме " повесын атар инем.
Мостай Кәрим әҫәрҙәре беҙҙең күңелебеҙҙә бер үк ваҡытта ҡайғылы ла, шатлыҡлы ла хистәр уята.Уның әҫәрҙәре беҙҙе изге күңелле булырға өйрәтә. Кешеләргә ярҙамсыл, ысын күңелле булып, теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙам итергә кәрәк икәнлеген аңлата.Эйе,был бик дөрөҫ.
Мин яратып уҡыған повеста ла кешеләрҙең үҙ ғаиләһен, тыуған илен һөйөүе сағыла.Төп геройҙарҙың һағышлы һәм шатлыҡлы ваҡиғалары ла күҙаллана.
Оксана менән Йәмилдең танышыуы, татыулығы һоҡландыра.
Тик шулай булһа ла бында айырылышыу, һағышланыу минең күңелде бойоҡһотто. Йәмил Оксананы түҙемһеҙлек менән көтһә лә уларҙың айырылышыуы моңһоуыраҡ .
Һуғыш осоро, ауыр замана... Күңелдә тетрәнгес хис уята. Һалдаттарҙың, атай – ағайҙарыбыҙҙың һуғыш ваҡытында илен һаҡлауы менән беҙ ғорурланабыҙ.Уларға һоҡланабыҙ, үрнәк алабыҙ.
Ошо балалар кеүек игелекле, изге бала булыу — беҙҙең бурыс.
Ғәилә, туған ил, тыуған төйәгебеҙгә ышаныслы кеше булып ҡалырға минең бөтә теләгем.