Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:03

“Беҙҙең өйҙөң йәме” бала саҡҡа алып ҡайтты”

Мостай Кәримдең әҫәрен бигерәк яратып уҡыным.

Мин, Зөһрә Фидаил ҡыҙы Ғайнуллина, Урмияҙ ауылында йәшәйем. Миңә 67 йәш, хаҡлы ялдамын. Бала саҡтан китап, журналдар уҡырға яраттым.
Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен бигерәк яратып уҡыным. Күптән түгел Өфөгә барып, ошо әҫәр буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмын да ҡарау бәхете тейҙе. Бала саҡ хәтирәләрем яңырғандай булды.
... 1969 йылда Киевҡа барғаныбыҙҙы ла күҙ алдына килтерҙем. Киев халҡы беҙҙе, Башҡортостан балаларын, яратып, хөрмәт итеп, “аһ” итеп аралашты. Беҙ һуғыш осоронда һеҙҙә эвакуацияла булдыҡ, тип башҡорттарға ҙур-ҙур рәхмәт белдерҙеләр.
Ә хәҙер ҡот осҡос хәлдәрҙең шаһитыбыҙ: һуғыш йылдарындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр, туғандарса ҡәҙер-хөрмәт, хәстәрлек онотолған, уның урынына - күралмаусылыҡ сәйәсәте, дошманлыҡ. Рус менән украин бер ата балалары бит. Кемгә кәрәк шулай дошманлашыу?
Донъяла иң кәрәкле нәмә – тыныслыҡ, бер-берең менән татыу, дуҫ йәшәү. Бигерәк тә туғандар менән. Бына шундай хистәр менән был китапты ҡулыма алам.
Читайте нас: