Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:01

Башҡортостанымды бик яратам һәм башҡорт булыуым менән ғорурланам.

Үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, өйрәнергә саҡырам!

Мин, Ахунов Вилназ Илшат улы, Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһымын. Үҙемдең Башҡортостанымды бик яратам һәм башҡорт булыуым менән ғорурланам.
Башҡорт телендәге китаптарҙы мин уҡырға яратам һәм уларҙы үҙебеҙҙең мәктәп китапханаһынан алам. Мине Башҡортостаныбыҙҙың тарихы, уның ҡыйыу батырҙары тураһында әҫәрҙәр ҡыҙыҡһындыра. Салауат Юлаев тураһында уҡығас, башҡорт халҡының шундай көслө, батыр, тыуған ерҙәре өсөн йәндәрен дә йәлләмәй көрәшеүҙәренә һоҡландым. Шулай китапханаға тағы китап алырға ингәндә Ирек Кинйәбулатовтың «Мин-башҡорт” китабы күҙемә һалынды. Был шиғырҙар йыйынтығын ҡыҙыҡһынып уҡыным. Унда Башҡортостандың үткәненә һәм уның данлы улдарына бағышланған шиғырҙар бар. “Яндырылған ауылдар” шиғырын уҡып, башҡорт ауылдарының яҙмышы нисек аяныслы булыуын аңланым. “Башҡортостан” шиғырын уҡығас, башҡорт халҡының татыулығына, берҙәмлегенә ҡыуандым. Китаптағы иң оҡшаған шиғыр юлдарының береһе:
Мең ғазап, мең ҡаза арҡылы
Яҡтыға саҡырҙы юлдарың,
Бығауҙа, тотҡонда тотолдо
Иң аҫыл ирҙәрең,улдарың.
Быуаттар буйына ҡанһырап,
Бөтәһен башыңдан уткәрҙең.
Көнөңдө балҡытыр ҡояшты
Бары бер һин уҙең кутәрҙең.
Башҡортостан, беҙ горурбыҙ,
Ҙур яҙмышың булғанлыҡтан,
Киләсәгең- уҙ ҡулыңда;
Дуҫлыҡта һәм туганлыҡта.
Мин, бөтәһен дә, үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, өйрәнергә саҡырам !
Читайте нас: