Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:02

“Башҡорт көсө” хикәйәте мине әҫәрләндерҙе”

Әҫәрҙә күтәрелгән тема бөгөн бик актуаль.

Мин, Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова, Урмияҙ ауылында йәшәйем. 30 йыл Урмияҙ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытып, балалар күңелендә туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, уларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтеү өсөн бар тырышлығымды һалдым. Бөгөн миңә 59 йәш, хаҡлы ялдамын. Урмияҙ ауылында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесемен.
Илгизәр Диҡҡәттең “Башҡорт көсө” китабы 2017 йылда Өфөлә “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан.Йыйынтыҡҡа авторҙың 8-9-сы быуаттарҙа билдәле булған, беҙҙең көндәргә хикәйәт, легенда рәүешендә килеп еткән тарихи ваҡиғалар һүрәтләнгән әҫәрҙәре индерелгән.
Китапҡа исем биргән “Башҡорт көсө” хикәйәте мине әҫәрләндерҙе. Ул башҡорт риүәйәте нигеҙендә яҙылған, ханлыҡтар хакимлыҡ иткән осорҙағы һуғыш ваҡиғалары тураһында һүҙ бара.
Бер башҡорт ырыуы яугирҙары, аҙ һанда булыуҙарына ҡарамаҫтан, хандың көслө ғәскәренә ҡаршы аяуһыҙ һуғыша. Иҫән ҡалған дүрт башҡорт һуғышсыһы әсиргә эләгә. Улар араһында бер яугирҙың ҡатын кеше булыуы ханды аптырата. Иң тәүҙә үҙе янына ҡатынды индерергә ҡуша . Башҡорт ҡатыны ғорур атлап, хан ҡаршыһына килеп баҫа, йөҙөндә ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ. Ҡатын ханға уның менән әсиргә төшкән яугирҙарҙың ағаһы, ире, улы икәнен әйтеп, барыһын да ебәреүҙәрен һорай. Был ханды тағы ла нығыраҡ ярһыта, уның нисек кенә булһа ла ҡатынды үҙе алдында теҙләндереп, ғорурлығын һындырырға уйлай. Язаһын әйтә хан. Ҡатынды иҫән ебәрәсәген, тик үҙенә иптәшкә әсиргә төшкәндәр араһынан бер генә кешене һайларға хоҡуғы барлығын белдерә. Ул хәбәрҙе лә яугир ҡатын тыныс ҡабул итә.
Барыһын бергә осраштырып, хан үҙ хөкөмөн әйтә. Хан тантана итергә әҙерләнә, нимә булырын түҙемһеҙләнеп көтә. Әммә барыһы ла тыныс, баш эймәҫ ғорур ҡиәфәттә ҡалалар. Ҡатынын да, улын да тынысландырып, ир кеше хәләл ефетенә йола буйынса эш итергә кәрәклеген еткерә.
“Йолабыҙ буйынса эш ит. Беҙҙең өсөн борсолма.Язанан ҡурҡмайбыҙ. Әлеге мәлдә беҙҙең һәр беребеҙ башҡорттоң йөҙөн билдәләй, үҙендә башҡорт көсөн һынай”,- ти ул.
Һәм башҡорт йолаһы буйынса, ҡатын ағаһын һайлай. Хан аһ итә:
- Көсөгөҙ нимәлә һуң?- тип һорай.
- Көсөбөҙ – туғанлыҡта! - ти яугир.
Геройҙарҙың артабанғы яҙмышын һәр кем уҡып белә ала, бер тында уҡыла торған әҫәр.
Бик көслө хикәйәт! Нисәнсе ҡат уҡыйым, күҙ йәштәрһеҙ уҡып булмай. Һынау алдында ҡалған геройҙарҙың кисерештәрен йөрәгең аша үткәрмәү мөмкин түгел, сөнки әҫәрҙең теле бай, һутлы.
Әҫәрҙә күтәрелгән тема бөгөн бик актуаль. Халҡыбыҙҙа рухи һынылыш бара. Туғандарың менән аралашыу, күршең менән татыу йәшәү, кешеләргә ярҙам итеү, халҡыңа хеҙмәт итеү кеүек рухи ҡиммәттәребеҙ ярлылана, юҡҡа сыға бара.
Борон ата-бабаларыбыҙ ауырлыҡтарҙы бергә, бер-береһенә ярҙам итеп йырып сыҡҡан, туғанлыҡ ептәрен өҙмәгән, киреһенсә, тығыҙ аралашып йәшәгән. Шуның өсөн башҡорт халҡында шәжәрәләр төҙөүгә ныҡ иғтибар бирелгән, хатта ырыу шәжәрәләре төҙөлгән, туғанлыҡ тойғоһо бик юғары ҡуйылған.
Бөгөн һәр кем ошоно аңларға тейеш һәм ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы үҙебеҙ үтәп, балаларыбыҙға тапшырып ҡалдырырға тейешбеҙ.
Читайте нас: