Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
10 Декабрь 2019, 12:21

“Арғымаҡ”лы булайыҡ!

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, илебеҙҙең киләсәге өсөн битараф булмайыҡ, милләттәштәр!

Мин, Фарахова Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы, Солтәнбәк урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте укытыусыһы. Һеҙҙе үҙемдең яратҡан китаптарымдың береһе - яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм апай Бураҡаеваның мемуар-эссе жанрында яҙылған, ете өлөштән торған “Арғымаҡ” китабы менән таныштырғым килә.
“Ә ниңә ул “Арғымаҡ” тип аталған һуң? Ни өсөн ул серле ете хәрефтән тора?” – тип яҙа автор. Сөнки, ул һиңә, миңә, халҡыбыҙға, киләсәккә юл башлаусы серле һүҙҙәрҙән хасил булған: Аң, Рух, Ғәм, Ырыҫ, Моң, Аҡыл һәм Ҡот. Автор бына ошо изге төшөнсәләрҙе йәшәүенең асылы итә алған кеше генә арғымаҡлы-үткәндәр аманатына тоғролоҡто һәм яҡты киләсәккә ынтылышты һүрәтләүсе атты – арғымаҡты- эйәрләй алыр, тигән фекерҙе раҫлай . “Арғымаҡты” Мәрйәм апай үҙ тормошонда булған хәл-ваҡиғаларға таянып яҙа, “Урал батыр” эпосына ла күп аңлатмалар бирә. Байтаҡ фәлсәфәүи, психологик проблемаларҙы күтәрә һәм ошо ете серле төшөнсәгә эйә булған кеше үҙен аңлауға юл башлар, ни өсөн был донъяға килеүен аңлар, тип яҙа. Дөрөҫ, был донъяға беҙ үҙ рухыбыҙҙы дауам итеүсе балалар ҡалдырырға бурыслыбыҙ. Йәшәү ҡото шунда бит. Шуға күрә телебеҙҙе һаҡлайыҡ, илебеҙҙең киләсәге өсөн битараф булмайыҡ, милләттәштәр. Шул ваҡытта,
Аңыбыҙ яҡтырыр,
Рухыбыҙ ҡанатланыр,
Ғәмебеҙ уяуланыр,
Ырыҫыбыҙ ишәйер,
Моңобоҙ дәртләнер,
Акылыбыҙ зирәкләнер,
Ҡотобоҙ нурланыр.
(М. Бураҡаева)
Читайте нас: