Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
7 Декабрь 2019, 01:20

Башҡорт яҙыусыларының 100 әҫәрен уҡыйыҡ

Ноябрь айында республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Туған телгә 100 аҙым” акцияһына старт бирелгәйне. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында киңерәк танытыуға йүнәлтелгән.

Уҡыусыларға, студенттарға, китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 әҫәрен уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар.
– Республикабыҙ әҙәби традицияларға, яҙыусыларға һәм шағирҙарға бай, – тине республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев. – Яҙыусылар берләшмәһендә яңы исемдәр барлыҡҡа килә, заманса хикәйәләр, повестар һәм романдар, шиғри йыйынтыҡтар донъя күрә. Авторҙар менән ижади осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға, уларҙың әҫәрҙәрен тикшереүҙә ҡатнашырға, баһа бирергә, фекер алышырға кәрәк. Иң мөһиме, халыҡ күберәк уҡый башлаһын ине.
Әле был проектҡа ярашлы республика төбәктәрендә матур саралар үтә. Мәҫәлән, Бөрйән районы китапханаһында шағирә Зөлфиә Ханнанованың “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ…” тигән китабы тураһында һөйләшеү һәм ошо исемле шиғырҙы уҡыу ойошторолдо.
Уҡырға тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: