Күптән түгел башҡорт теле уҡытыусылары кәңәшмәгә йыйылды. А. Искәндәров исемендәге Ирсай ауылы урта мәктәбе был көндө район уҡытыусыларын ҡаршы алды.
Мәктәптә башҡорт теле дәрестәрен йәш уҡытыусы – Айгөл Ринат ҡыҙы Нәсибуллина алып бара. Яңы ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, балалар менән уртаҡ телде тиҙ тапҡан йәш педагог.
Ирсай мәктәбендә мари балаларында башҡорт теле дәрестәренә ихтирам, ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа Дилбәр Валерий ҡыҙы Распаева һәм Лилиә Наил ҡыҙы Әхмәтдинованың хеҙмәте ҙур. Дилбәр Валерий ҡыҙы балалар менән берлектә башҡорт-мари һүҙлеген төҙөү өҫтөндә эшләй. Киләсәктә һүҙлекте электрон версияға күсереп, республиканың күпләп мариҙар йәшәгән райондарына таратыу хыялы ла бар уларҙың.
Башҡорт теле уҡытыусыларының район кәңәшмәһендә өс уҡытыусы: Сурай мари гимназияһынан Зинфира Нәбиуллина, Оло Сухояз мәктәбенән Олеся Тимеркәева, Камай мәктәбенән Гүзәлиә Заһитова асыҡ дәрестәр күрһәтте. Бар дәрестәр ҙә кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың ыңғай баһаһын алды. Артабан Ирсай мәктәбе уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән кластан тыш сара күрһәтелде. Ул барыһына ла оҡшаны, юғары кимәлдә баһаланды.
Кәңәшмәнең икенсе өлөшө "түңәрәк өҫтәл" формаһында ойошторолдо. Уҡытыусылар федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорт телен уҡытыуға бәйле үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап тапты. Ҡыҙыҡлы фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны. Милли матбуғатҡа яҙылыу тураһында ла һүҙ барҙы. Уҡытыусылар үҙҙәренә күп файҙалы мәғлүмәт алды.