Барыһы ла ҡәҙимге тәртиптә барған кеүек, тик бер генә айырмаһы булды: ҡоролтай рәйесе, район Советы депутаты, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы педагогика факультеты деканы Венер Усманов ултырышта докладты башҡортса һөйләне.
“Беҙҙең районда был йәһәттән ерлек ҡатмарлы ғына, сөнки башҡорттар урындағы халыҡтың 11 генә процентын тәшкил итә, – тине ул йыйындан һуң “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһенең һорауҙарына яуап биреп. – Урыҫтар – 48, мариҙар – 19 һәм татарҙар – 14 процент. Район Советында 13 депутат бар, шуларҙың бишәүһе башҡортса аңлай. Сығышымдың тексын алдан уҡ урыҫсаға тәржемә итеп, бөтәһенә лә таратып сыҡҡайным. Әлеге биш депутат докладҡа ҡарата һорауҙарҙы башҡортса бирҙе, яуап биргән мәлдә мин уларҙы урыҫсаға ла тәржемә итә барҙым”.
Тимәк, тәүге тәжрибә бар. Ултырыштарҙы өс ай һайын үткәргән район башҡорттары ҡоролтайы киләһе осрашыуҙарҙа ла башҡортса сығыш яһауҙы күҙаллай.