Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
29 Ноябрь 2019, 12:10

Башҡорт теле донъя ишектәрен киңерәк асасаҡ

Өфө районы Башҡортостандағы иң күп милләтле райондарҙың береһелер моғайын, сөнки мегаполис янындағы ҙур хеҙмәт һәм эшҡыуарлыҡ баҙарҙары республиканың башҡа райондарынан да, сит-ят төбәктәрҙән дә халыҡты йәлеп итә.

Һөҙөмтәлә, башҡа муниципалитеттарҙан айырмалы, бында халыҡ һаны арта бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, район мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуға иғтибар һис кәмемәй. Төбәктә 29 мәктәп (филиалдарын да айырым иҫәпләгәндә) булһа, уларҙа 35 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй.



Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһенең 28 ноябрҙәге сираттағы ултырышы “Башҡорт телен уҡытыуҙа заманса алымдар ҡулланыу” тип аталды. Педагогтар алдында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Йоматау урта мәктәбенән Зәлифә Вәлиева, Алексеевка урта мәктәбенән Гөлфиә Хәйруллина, Булгаков урта мәктәбенән Минзиә Йомалина һәм Жуков урта мәктәбенән Азамат Ғәббәсов үҙҙәренең уҡытыу алымдары, уларҙы камиллаштырыу өҫтөндә нисек эшләүҙәре тураһында һөйләне.



“Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән полилингваль мәктәп асыласағы тураһында беләһегеҙ, унда бер нисә телде өйрәнгән бала өсөн донъяның ишектәре киңерәк асыласаҡ икәне бәхәсһеҙ, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова. – Үҙенең туған башҡорт телен белгән уҡыусы өсөн дә шуны уҡ әйтергә кәрәк: туған телде белеү һәм уны балаларыңа ла өйрәтеү, туған халҡыңдың тарихын, мәҙәниәтен белеү беҙҙең гражданлыҡ әүҙемлеген юғарыраҡ кимәлгә ҡуя”.



Автор фотоһы.


Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: