Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
25 Октябрь 2019, 11:43

Колледжда — Башҡорт теле аҙналығы

Асҡын биләмә–ара үҙәк китапханаһы китапханасылары Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжында фәһемле саралар үткәрә. Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге ссылка буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Бөгөн Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжында Башҡорт теле аҙналығы тамамлана. 21 октябрҙә башланған аҙналыҡта Асҡын биләмә–ара үҙәк китапханаһы китапханасылары ике көн дауамында “Башҡортостандың данлы улдары” тигән сара ойоштора Беренсе көндә студенттар менән Салауат Юлаев һәм генерал Шайморатовтың яу юлдарын иҫкә төшөрөп, “Башҡортостандың данлы улдары” тигән фильмды ҡарайҙар. Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сара аҙағында студенттар бергәләп “Шайморатов генерал” йырын башҡара. Икенсе көн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Студенттар шағирҙың шиғырҙарын һөйләй, “Беҙҙең өйҙөң йәме” буйынса тамаша әҙерләй. Бөтә ҡатнашыусылар “Беҙҙең Мостай” тигән мәғлүмәт бите ала. Мостай Кәримдең китаптарына байҡау яһап, сараға йомғаҡ яһайҙар. Аҙналыҡ бик күңелле һәм ойошҡан рәүештә үтә, эш планы буйынса һәр төркөм ныҡлы әҙерләнә.
Читайте нас: