Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
9 Октябрь 2019, 14:53

Китап уҡырға ярата

Миләүшә Әҡбәрова — Үршиҙе ауылында иң әүҙем китап уҡыусы

Китап — белем шишмәһе тигән әйтем барыбыҙға ла яҡшы таныш. Кемдер тарихи романдар, икенселәр фәлсәфәүи хикәйәләр уҡырға ярата. Арабыҙҙа шиғриәт һөйөүселәр ҙә бихисап.

Үршиҙе ауылына юл төшкәс, урындағы китапхана эше менән дә таныштым. Бирелә китапханасы булып Роза Нартдинова эшләй. Уның әйтеүенсә, китапханаға йәйгеһен кеше һирәк йөрөй. Көҙөн, баҡсала эштәр бөткәс, халыҡ килә башлай. Иң әүҙем китап уҡыусылар араһында Миләүшә апай Әҡбәрова.

— Мин бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым. Бер уҡый башлаһам, уны уҡып бөтөргәнсе айырыла алмай инем. Иҫемдә, Зәйнәп Биишеваның “Емеш”ен тын да алмай уҡығаным. Буш ваҡытымда әле лә уҡыйым. Һуңғы ваҡытта Талха Ғиниәтуллиндың “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” китабын уҡыным. Ул һуғыш, һуғыш ҡалдырған тән һәм йән яралары,шулай уҡ саф мөхәббәт тойғолары йөрөткән кеше яҙмыштары хаҡында. Бик яратып уҡыным, — ти Миләүшә апай.

Эйе, китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә.
Читайте нас: