Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
20 Сентябрь 2019, 13:43

Tуған телде онлайн тәртибендә өйрәнегеҙ!

Сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт телен дистанцияла өйрәнеү курсы асыла.

“Баш.easy” порталында башҡорт теленең виртуаль кабинеты төҙөлгән. Бында онлайн-дәрестәр үтәсәк. Бөтәһе 34 дә­рес планлаштырылған. Улар 2019 йылдың 15 сентябре­нән 2020 йылдың 31 майына тиклем һәр йәкшәмбе ойошторола.


Башҡорт телен өйрәнеү төрлө яҡлы алып барыла: танышыу һәм йәнле аралашыу, телде көнкүрештә ҡулланыу өлгөләре, классик һәм хәҙерге фильмдарҙы ҡарау, киң мәғлүмәт сараларындағы актуаль мәҡәләләр, видеофрагменттар ҡулланыу. Проект экскурсиялар, сәнғәт әҫәрҙәре, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм бөтә мәктәп өсөн үткәрелгән байрамдар менән байытылырға мөмкин.


Был проект туған башҡорт телен, телмәрен өйрәнергә, Башҡортостан тураһында күберәк мәғлүмәт белергә, башҡортса әҫәрҙәр уҡырға, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышырға теләүселәргә ярҙам булараҡ әҙерләнә.


Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәргә https://www.basheasy.com/ адресы буйынса инеп теркәлергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон 8(347)216-36-35, электрон почта: [email protected]
Читайте нас: