Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Асҡын ауылы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре диктантты дәррәү яҙҙы

Диктант яҙыуға балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре дәррәү ҡушылды. Хафизә Ғимранова:” Бөгөн мин хеҙмәттәштәрем менән генә түгел, класташым Гөлсинә Ғәлимова менән дә бергә диктант яҙҙым, хатта мәктәп йылдары иҫкә төшөп китте. Башҡорт телен бик яратам. 1996-2010 йылдарҙа балалар баҡсаһында башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәттем. Үҙем башҡортса уҡырға яратам. “Аҡбуҙат” журналын, “Йәнтөйәк” гәзитен һәр саҡ алдырам. Диктантты еңел яҙҙым. Башҡорт теле абруйын шулай бергәләп күтәрәйек. Уның ҡулланыу даирәһе киңәйһен”, — ти.
Читайте нас: