Бөтә яңылыҡтар

“Башҡорт теленән диктант яҙырға киләбеҙ!” — тине Асҡындың “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы етәксеһе Дилбәр Ғәләүетдинова

Асҡындың “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы етәксеһе Дилбәр Ғәләүетдинова “Йәнтөйәк” гәзитенең тоғро дуҫы ла. Ул йыл һайын беренселәрҙән булып баҫмабыҙға яҙыла. Рухлы, әүҙем етәксе башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса халыҡ-ара акцияла ла ҡатнашырға ла ихлас теләк белдерҙе.

— Бик кәрәкле акция. Беренсенән, был сара йәштәрҙе туған телен өйрәнергә, онотмаҫҡа өндәп торһа, икенсенән, мәктәптән алып башҡорт теленән дитктант яҙған юҡ ине, тимәк, күптән алған белемебеҙҙе хәтергә төшөрәсәкбеҙ. Был бик яҡшы. Балалар баҡсаһынан диктант яҙырға туғыҙ кеше киләбеҙ. Үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы, берлегебеҙҙе, туған телебеҙгә һәм тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙҙе белдерергә лә бик матур форсат булып тора был акция. Райондаштарымдың әүҙемлегенә ышанам”, — тип асҡындарҙы был акцияла ҡатнашырға саҡырҙы Дилбәр Марсель ҡыҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: иртәгә, 18 майҙа, 10.00 сәғәттә башҡорт теле буйынса диктант яҙыу акцияһы ойошторола. Был сара быйыл тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла. Унда 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар ҙа ҡатнашырға ҙур теләк белдерә. Улар интернет аша яҙасаҡ.

Башҡортостанда һәр ҡалала һәм күпселек ауылдарҙа диктант яҙыу өсөн майҙансыҡтар булдырылған. Асҡын районында барлығы 18 майҙансыҡта диктант яҙасаҡтар. Телһөйәр, илһөйәр райондаштарыбыҙҙы Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә көтөп ҡалабыҙ!


Читайте нас: