Бөтә яңылыҡтар

Асҡын ауылында йәшәүсе Земфира Суфиярова татар теленән халыҡ-ара диктантты Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә яҙып ҡайта

“Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ял иткәндә кешеләрҙең шул тиклем илһөйәр, телһөйәр булыуына һоҡланып ҡайттым.Татар теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы ла нәҡ ошо мәлдә үтте. Беҙ ҙә Фәғилә Нурулла ҡыҙы менән унда ҡатнашып, белемебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Кешеләрҙең туған телдәрен нисек яратыуын, уның менән ғорурланыуын күреп, сәмләнеп ҡайттыҡ.

18 майҙа үтәсәк башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ла әүҙем ҡатнашырға, башҡаларҙы ла йәлеп итергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Һәр кем үҙ теле менән ғорурланһын, уны һаҡлау һәм үҫтереү өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләргә тейештер”, — ти район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Земфира Суфиярова.
Читайте нас: