Ҡоролтай активистары хәҙерге заман шарттарында башҡорт халҡының үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу, районда халыҡ кәсепселеге һәм милли йолаларҙы үҫтереү, тел өйрәнеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Йыйын һуңында резолюция ҡабул ителде һәм оло ҡорға делегаттар һайланды. Шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайының рәйесе һәм башҡарма комитеттың яңы составы һайланды. Рәйес булып ҡабаттан Камил Аснаф улы Солтанов һайланды.