Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр,
Һиҙен, башҡорт, бәхетеңде,
Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.
Һөйлә Һаҡмар, Яйыҡ, Ашҡаҙарҙы,
Һөйлә йәмле Урал буйҙарын;
Һөйлә ожмах кеүек сәхрәләрҙе,
Йәйелеп ятҡан йылҡы, ҡуйҙарын.
Һөйлә йәйләүҙәрҙә йәйҙе йәйләп,
Ҡырҙан ҡырға күсеп ҡуныуҙы;
Һөйлә ҡашмау кейеп, селтәр бәйләп,
Ҡырҙа йырлап йөрөгән һылыуҙы.
Һөйлә елберләгән таллыҡтарҙы
Шылтырап аҡҡан шишмә буйында;
Һөйлә күбәләктәр, бал ҡорттарҙы
Уйнап осҡан сәскә ҡуйыныңда.
Һөйлә тарихыңдан, яуҙарыңдан,
Һөйлә ҡанлы башҡорт болаһын;
Һөйлә олатайҙар хәлдәренән,
Йөрөш, торош, заңын, йолаһын...
Быуын-быуын ғүмер Башҡортостан
Һуғарылды ҡара ҡан менән;
Сыҡтыҡ ҡара көстән ҡанды эскән,
Һуғарылһын инде йәм менән!
Яугир ирҙәребеҙ нисә заман
Аҡ тирмәлә ҡылыс ҡайраны;
Шалтыр-шолтор сыңлап һауыт-һайман,
Нисә заман, бахыр ҡурайҡайым,
Ғазраилдың йырын йырланың;
Күпме ҡыйын күреп, күпме вайым,
Үкһеп-үкһеп өҙөлөп иланың.
Килде заман, инде шатлан, ҡурай,
Йәмле тауышың илгә яңраһын!
Ҡыуанып китһен урман, сәхрә, туғай,
Буҙ турғайҙар ҡыуанып һайраһын!
Уйна, ҡурай, күктән йәм шаулаһын,
Нур яйнаһын баштар өҫтөндә!
Йәм яҡтыһы юйһын ҡан шәүләһен,
Гөлдәр үҫһен таштар өҫтөндә!
Күкрәтеп, геүләп, һайрап, өзләп,
Килде, ҡурай, уйнар миҙгелең,
Яҡты уйҙар һалып, дәртен ҡуҙғап,
Күккә ашыр йөрәктәр һиҙгерен!