Бөтә яңылыҡтар

Асҡындан Эльвира Лотфуллина "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2019" төбәк-ара конкурсында ҡатнашты

Конкурсанттар Зөлфиә Ханнанованың "Мин башҡорт, тип, танышығыҙ!" шиғыры буйынса эссе яҙҙа, интернет селтәрендә сайттарын булдыра, Өфө мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтә, оҫталыҡ кластарында үҙ тәжрибәләре менән дә бүлешә.

Петропавловка мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Лотфуллина өс этаптан торған бәйгенең икеһендә ҡатнаша. “Шундай мәртәбәле, етди бәйгелә беренсе тапҡыр сығыш яһауым. Бында мин эссе ла яҙҙым, гимназияла дәрес тә бирҙем уйындар тҽхнологияһы тҽмаһына оҫталыҡ дәресе лә күрһәттҽм. Был тәжрибә миңә үҙемде һынарға, көслө яҡтарымды күрергә, ҡайҙа күберәк иғтибар итергә кәрәклекте күрһәтте. Форсаттан файҙаланып, мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Фәтиховҡа, туған телдәр буйынса методист Мөнзилә Әхмәтоваға, Петропавловка мәктәбе директоры Ирик Ҡәдимовҡа, уҡыу-уҡытыу буйынса уның урынбаҫары Фәнил Фәрит улына сикһеҙ рәхмәтлемен. Шулай уҡ шул көндәрҙә эргәмдә булған, миңә һәр яҡлап ярҙам иткән уҡытыусыларға — Дилбәр Заһиҙуллинаға, Вилена Фәтхетдиноваға, Эльмира Шәйхуллинаға, Ләйсән Ғәйнелйәноваға, Резеда Ғәлләмоваға, туған мәктәбемдә хеҙмәттәштәремә, тормош иптәшемә, әсәйемә, апайыма рәхмәтемде еткерәм”, — ти ул.
Читайте нас: