Бөтә яңылыҡтар

Борайҙағы балалар баҡсаһында Мостай Кәрим ижады буйынса сара үтте

Борай 1-се балалар баҡсаһында «Гүзәл» Балалар үҫеше үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» тигән кисә үтте. Унда әҙиптең данлы тормош юлы, ижады, бар халыҡтың күңелен яулаған ҡабатланмаҫ әҫәрҙәре күҙ алдына баҫты.


Был сарала балалар, тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары тарафынан Мостай Кәримдең шиғырҙары яҙылған йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр, шулай уҡ әҙиптең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ай тотолған төндө», «Айгөл иле» драма әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтелде. Балалар ҙа «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Ҡайын япрағы тураһында», «Айлы юл» шиғырҙарын тасуири һөйләне. Тәрбиәселәр сараны «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Яугир ҡыҙҙар» йыр-бейеүҙәре менән байытты.

Ата- әсәләр, килгән ҡунаҡтар бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен тыңлап хисләнде, балаларға ҡарап һоҡланды һәм бай йөкмәткеле сара өсөн ойоштороусылар рәхмәт белдерҙе.

Баһаутдинова Зинара, өҫтәмә белем биреү педагогы.
Читайте нас: