Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
8 Февраль 2019, 13:53

Кисә Асҡын районының башҡорт һәм татар теле уҡытыусылары араһында ”Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһе үтте


Республикабыҙҙа икенсе йыл рәттән ойошторолған “Йөрәк һүҙе” проектының даны тарала, офоҡтары киңәйгәндән-киңәйә. Уны ҡарар өсөн төрлө райондарҙан ғына түгел, хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. Ә Башҡортостандың ҡайһы бер район, ҡалаларында бәйгене ойоштороуҙа тәүге аҙымдар яһала. Асҡындың тел уҡытыусылары ла шиғыр һөйөүселәргә ҡушылып, тасуирилыҡта, зиһен ныҡлығында көс һынашты.

Асҡын 2-се мәктәбендә уҙған бәйгене биреләге башҡорт теле уҡытыусылары Вилена Фәтхетдинова менән Дилбәр Заһиҙуллина асты. Улар ҡунаҡтарҙы матур итеп йыр башҡарып та сәләмләне.

Район гәзиттәре баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова Өфөлә “Йөрәк һүҙе”н ҡарағандан һуң тыуған хис-тойғолары, уйҙары менән бүлеште, был матур сара Асҡында үтеүенә ихлас шатланыуын белдерҙе, бәйгеселәргә уңыштар теләп, еңеүгә дәртләндерҙе.

Сара алдынан бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусылар, жюри ағзалары фотоға ла төштө.
Читайте нас: