Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
17 Ғинуар 2019, 13:40

Ҡариҙел районы Ҡараяр урта мәктәбе уҡыусыһы Әлзирә Мөхәмәтова башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында лайыҡлы сығыш яһаны

Ҡараяр урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Әлзирә Мөхәмәтова башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында лайыҡлы сығыш яһаны.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында 9 ғинуарҙан 11-енә тиклем туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт теле булараҡ башҡорт теле буйынса республика олимпиадалары үтте. Унда республика мәктәптәренән, Ҡурған, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 300-ҙән ашыу уҡыусы тел байлығы буйынса белемен һынаны. Район данын Ҡараяр мәктәбе уҡыусыһы Әлзирә Мөхәмәтова (уҡытыусыһы Рәйсә Солтанова) яҡланы.

Уҡыусылар өс бирем үтәне: тәҡдим ителгән темалар буйынса инша яҙҙы, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, телмәр байлығын күрһәтте. Олимпиаданы ябыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Әлзирә IX кластар араһында I урын яуланы һәм Мәғариф министрлығы Дипломы менән бүләкләнде. Маҡсатҡа ынтылыусан, яуаплы, уҡытыусыһы менән даими шөғөлләнгән тырыш уҡыусы башҡорт теленән яҡшы белемен, республикала иң яҡшыларҙың береһе булыуын күрһәтте.

Әлзирә Мөхәмәтованы һәм уның уҡытыусыһын лайыҡлы еңеү менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: