Баймырҙа мәктәбе уҡыусыһы Кристина Сәйфетдинова «Урал батыр» эпосын Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләүселәрҙең IX Халыҡ-ара конкурсы дипломанты булды.
Бәйгелә Башҡортостандың төрлө райондарынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар онлайн режимында сығыш яһаны.
Йыл һайын Мишкә районының Баймырҙа ауылы уҡыусылары был конкурста әүҙем ҡатнаша. Быйыл да VI класс уҡыусыһы Кристина Сәйфетдинова көсөн һынаны. Ул — мәктәп ғорурлығы, тырышып уҡый, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Конкурс юғары кимәлдә үтте, яңы исемдәр асты, йөрәктәрҙәге дәртте, милли рухты, берҙәмлекте көсәйтте. Кристина мари телендә уңышлы сығыш яһаны. “Мари телендә иң һәйбәт һөйләүсе” номинацияһында Диплом менән бүләкләнде.
И.Ишҡыуатова, Баймырҙа мәктәбе уҡытыусыһы.